Главная | Мой профиль | Выход | RSS


Башкирская гимназия-интернат №2 имени Ахметзаки Валиди
БГИ ТV

 

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » 2018 » Май » 12 » Йондоҙҙар парады - 2018
09:20
Йондоҙҙар парады - 2018

11 май көнө гимназия-интернатта уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында, региональ олимпиадаларҙа, Ю.А. Гагарин Кубогына уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында, төрлө спорт ярыштарында, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәр яулаған уҡыусыларҙы "Йондоҙҙар парадында" тәбрикләнеләр. 2017/2018 уҡыу йылы бигерәк тә уңышлы булды: уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында - 64 уҡыусы , региональ этапта - 16 уҡыусы, Ю.А. Гагарин Кубогына уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында 58 уҡыусы призлы урын һәм еңеү яуланы. Төрлө конференцияларҙа, спорт ярыштарында еңеүсе уҡыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Шулай уҡ был көндө "Йыл уҡыусыһы", "Йыл спортсмены", "Йәш эҙләнеүсе", "Йыл класс етәксеһе", "Йыл уҡытыусыһы" конкурстары еңеүселәре билдәләнде. "Йыл уҡыусыһы" номинацияһында - 11а класы уҡыусыһы Ильясов Артур, "Йыл спортсмены" конкурсында - 11а класы уҡыусыһы Исхаков Ильяс, Йәш эҙләнеүсе" конкурсында - 11б класы уҡыусыһы Ғиззатова Элина, "Йыл класс етәксеһе" номинацияһында - инглиз теле уҡытыусыһы Хәйруллина Әлфиә Әнүәр ҡыҙы, "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында - физика уҡытыусыһы Сарьянов Айрат Хәкимйән улы еңеүсе булдылар. Барлыҡ уҡыусылар ҙа иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнделәр.

Просмотров: 110 | Добавил: brgi | Рейтинг: 0.0/0

Вопросы к администрации
ФИО *:
E-mail *:
Ваш вопрос *:

Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Поиск

    Copyright MyCorp © 2019
    Бесплатный хостинг uCoz
    Яндекс цитирования