Главная | Мой профиль | Выход | RSS


Башкирская гимназия-интернат №2 имени Ахметзаки Валиди
БГИ ТV

 

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 8
Гостей: 8
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » 2018 » Декабрь » 28 » Яңы йыл менән
15:24
Яңы йыл менән

Ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2019 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған, ҙур еңеүҙәр килтергән 2018 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән Яңы – 2019 йыл киләсәк.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙгә Яңы йылда уҡыуығыҙҙа, спорт, фән һәм ижад өлкәләрендә ҙур уңыштар, ынтылыштар, еңеүҙәр; изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс менән үтһен.

Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр! Яңы йыл һеҙгә тик яҡтылыҡ, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныс алып килһен!

Беҙ оло йөрәк хистәре менән балаларын бағып үҫтергән һәм тәрбиәләгән ата-әсәләргә лә оло рәхмәтлебеҙ. Беҙ ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡларға, үҫтерергә, байытырға тейешбеҙ. Шунда беҙҙең көсөбөҙ!

Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙҙән көс-дәрт алып, ҡыуаныс-мөхәббәткә сорналып ғүмер итегеҙ. Яңы йыл менән! Аҡ бәхеттәр һеҙгә!

Просмотров: 36 | Добавил: brgi | Рейтинг: 0.0/0

Вопросы к администрации
ФИО *:
E-mail *:
Ваш вопрос *:

Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Поиск

    Copyright MyCorp © 2019
    Бесплатный хостинг uCoz
    Яндекс цитирования