Главная | Мой профиль | Выход | RSS


Башкирская гимназия-интернат №2 имени Ахметзаки Валиди
БГИ ТV

 

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 9
Гостей: 9
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » 2018 » Сентябрь » 29 » Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр
08:09
Байрам менән хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр

Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр!
Балаларға белем биреүсе, ғилем нуры сәсеүсе, яҡшылыҡ, рәхимлелек, сафлыҡ орлоҡтарын һалыусы уҡытыусыларҙы йыһанға яҡтылыҡ, йылылыҡ иңдереүсе ҡояш нурына тиңләргә булыр ине. Ҡояш нуры ла бит һәр яҙ һайын тәбиғәттең күҙен аса. Уҡытыусы күңелендә лә һәр саҡ яҙ ғына. Ул ғүмер буйы уҡыусыларына йылы хистәр бүләк итә. Баласаҡ һиҙҙермәйсә үтә лә китә, әммә күңелдәрҙә Уҡытыусынан иңгән йылылыҡ, мәрхәмәтлелек ғүмерлеккә ҡала. Ерҙә кешеләргә мәғәнәле тормошто ҡоласлар өсөн уҡытыусы ҡанат ҡуя.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын.

Просмотров: 57 | Добавил: brgi | Рейтинг: 0.0/0

Вопросы к администрации
ФИО *:
E-mail *:
Ваш вопрос *:

Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Поиск

    Copyright MyCorp © 2019
    Бесплатный хостинг uCoz
    Яндекс цитирования