Главная | Мой профиль | Выход | RSS


Башкирская гимназия-интернат №2 имени Ахметзаки Валиди
БГИ ТV

 

Меню сайта
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Главная » 2018 » Май » 8 » Байрам менән
19:46
Байрам менән

Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙе ысын йөрәктән илебеҙҙең төп байрамы - Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ошо байрам көнөндә беҙгә Еңеү бүләк иткән, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәгән ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Бөгөн беҙ уларҙың батырлыҡтарын онотмай, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй эшләргә, балалар һәм ейәндәр тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Бөйөк Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп алға барырға саҡыра. Ватаныбыҙ һаҡсыларының, тыл хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы бар быуын өсөн юғары әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ҙур көс булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы барыбыҙға ла ҙур һабаҡ булды. Иң мөһиме - уртаҡ маҡсаты булған ил бер ҡасан да еңелмәйәсәк! Байрам менән!

 

Просмотров: 90 | Добавил: brgi | Рейтинг: 0.0/0

Вопросы к администрации
ФИО *:
E-mail *:
Ваш вопрос *:

Друзья сайта
  • Создать сайт
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz
  • Поиск

    Copyright MyCorp © 2019
    Бесплатный хостинг uCoz
    Яндекс цитирования